ӘХТӘМОВ Ибниәмин Әбүсүғүт улы (6.11.1877, Өфө — 1941), Өфө губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—17) депутаты. Ә.Ә.Әхтәмовтың улы. 1905—18 йй. Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. Санкт‑Петербург ун‑тының тәбиғәт (1907) һәм юридик (1910) ф‑ттарын тамамлаған. 1901—05 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1910—11 йй. Өфө округ судының присяжный вәкиле. Думала мөрәжәғәттәр, суд реформаһы, ҡала эштәре, матбуғат, ер һәм финанс комиссияһы ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы секретары. 1917 й. март—апр. Петроградта Рәсәй мосолмандарының ваҡытлы үҙәк бюроһы ағзаһы, май айынан Өфө губернаһы мосолмандары эштәре б‑са Ваҡытлы хөкүмәт комиссары, июлдән Өфө губерна мосолман милли советы рәйесе, 1917 й. нояб. – 1918 й. апр. Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли йыйылышы, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли идаралығы рәйесе урынбаҫары. 1922 й. алып Ҡазан һәм Мәскәү учреждениеларында юрист. С.С.Йәнтүрин м‑н берлектә “Милләт” гәз. (Санкт‑Петербург ҡ., 1913—15) нәшер иткән. 1‑се, 2‑се мосолман съезы делегаты, 4‑се мосолман съезын ойоштороусы.

Әҙәб.: Мусульманские депутаты Государственной думы России. 1906—1917 гг.: Сборник документов и материалов. Уфа, 1998; Я м а е в а Л.А. Мусульманский либерализм начала XX в. как общественно‑политическое движение (по материалам Уфимской и Оренбургской губерний). Уфа, 2002.

С.М.Исхаҡов

Тәрж. М.Х.Хужин