ӘХТӘМОВ Азамат Мөхтәр улы (31.3. 1962, Өфө), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2005), проф. (2007). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2011). М.Х.Әхтәмовтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем һәм 1989 й. алып БАХИ‑ла уҡыта. 1993 й. башлап БДУ‑ла эшләй: 2004—08 йй. иҡтисадта матем. ысулдары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2006—08 йй. матем. ф‑ты деканы, 2009—15 йй. тотош мөхиттәр механикаһы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре тирбәлеүҙәр теорияһының һәм операторҙарҙың спектраль теорияһының кире мәсьәләләрен сисеүгә, иҡтисадта матем. ысулдарҙы ҡулланыуға арналған. Ә. тарафынан сик шарттарын идентификациялау теорияһы эшләнә һәм үҫтерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2011).

Х е ҙ м.: Математика для социологов и экономистов. М., 2004; Обратные задачи Штурма­-Лиувилля с нераспадающимися краевыми условиями. М., 2009 (авторҙ.); Теория идентификации краевых условий и её приложения. М., 2009.

Й.Т.Солтанаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов