ӘХМӘТШИН Хәсән Шаһимәрҙән улы [22.2.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Хәлил а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 9.12.2003, шунда уҡ], ҡурайсы. 1990—92 йй. Әбйәлил р‑нының ҡурайсылар ансамбле етәксеһе. Ә. Башҡортостандың Урал аръяғы халыҡ ҡурайсыларының традицияларын дауам иткән. Репертуарында “Бала ҡарға”, “Ҡырҡты”, “Сыңрау торна” кеүек программалы инструменталь пьеса‑һүрәтләмәләр; “Байыҡ”, “Ҡарабай” һәм “Перовский” бейеү көйҙәре,“Ашҡаҙар”, “Бейеш”, “Урал” һ.б. оҙон көйҙәрҙең инструменталь варианттары булған. Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт смотры (Мәскәү, 1973), Й.Иҫәнбаев ис. Респ. ҡурайсылар конкурсы (Өфө, 1980) лауреаты.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов