ӘХМӘТШИН Фрат Нәби улы (19.5. 1930, Өфө — 18.6.1996, шунда уҡ), балет артисы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1960). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1949; педагогы Б.В.Шавров) 1971 й. тиклем БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1959—64 йй. БДОБТ эргәһендәге хореография студияһы дир., 1970 й. алып Өфөнөң һөнәрселек‑техник уч‑щеларында­ғы бейеү коллективының художество етәксеһе, 1985—88 йй. Өфө хореография уч‑щеһында уҡытҡан. Гротеск планындағы үҙенсәлекле бейеүсе. Уның бейеүҙәре сағыу тойғолар һәм динамика м‑н айырылып торған. Төп партиялары: Нурали (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев; дебют, 1950), Кәмитсе (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Менго (“Лауренсия”, А.А.Крейн), Квазимодо (“Эсмеральда”, Ч.Пуньи), Меркуцио (“Ромео менән Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С. Прокофьев).

Х е ҙ м.: Уроки башкирского и характерного танца. Уфа, 1982 (авторҙ.).

М.А.Таһирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова