ӘХМӘТШИН Ҡәйүм Хәбибрахман улы (7.7.1909, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ҡара Көсөк утары — 10.11.1943, Белорус ССР‑ының Кузьминка а. янында, Уборок а. ерләнгән), Совет­тар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934—41 йй. БАССР Эске эштәр ХК‑ның Ейәнсура һәм Хәйбулла район бүлектәрендә янғындан һаҡлау инспекторы. 1942 й. июленән Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш һәм Ялан фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының ҡылыслылар взводы ком. ярҙамсыһы гвардия старшинаһы Ә. 1943 й. 27 сент. Белорус ССР‑ы Комарин а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Ә. исеме м‑н Хәйбулла р‑ны Аҡъяр һәм Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол аа. урамдар, Хәйбулла р‑ны Оло Әбеш а. урта мәктәп аталған.

Әҙәб.: П а в л о в Б. Бесстрашный Каюм //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин