ӘХМӘТШИН Ғабдулла Ғабдрахман улы (14.10.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Бикташ а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Яңы Бикташ а., – 25.5. 1984, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1981). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М. Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1953). 1940 й. “Йәш төҙөүсе” (ҡара: “Йәншишмә”) гәз., 1943 й. алып 3‑сө Украина фронтының “Советский воин” (“Совет яугиры”) гәз. мөхәррир урынбаҫары, 1946–73 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз., “Һәнәк” ж. хәбәрсе, бүлек мөдире. “Беҙҙең баҫыуҙарҙа” (1956) исемле тәүге очерктар йыйынтығы һуғыштан һуң ауылдың мәҙәни һәм иҡт. тормошоноң үҙгәрештәрен сағылдыра. А.Ҡ.Мөбәрәковтың тормошо һәм ижады, Сиҙәм театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), Салауат башҡорт драма театры т‑дағы китаптар авторы. “Тальян гармун” (1960) пьесаһы ҙур уңышҡа өлгәшә. М.Горький, И.С.Тургенев, А.П.Чехов һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Ә ҫ ә р ҙ.: Ағиҙел тулҡындары. Өфө, 1963; Үҙем һәм ағайҙарым: пьесалар. Өфө, 1966; Туй күлдәге: пьесалар. Өфө, 1980.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов