ӘХМӘТШИН Борис Ғайса улы (22.1. 1938, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Муса а.), фольклорсы. Филол. ф. д‑ры (1998), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2000), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1963), 1967 й. алып (өҙөклөк м‑н) шунда уҡ эшләй: 1991 й. — филол. ф‑ты деканы, 1992 й. башлап урыҫ филол. каф. мөдире. 1985–87 йй. Ханой сит телдәр ин‑тында (Вьетнам) урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 2012—13 йй. Дәүләт респ. урыҫ фольклоры үҙәгендә (Мәскәү) төп ғилми хеҙм‑р. 1960 йй. алып Башҡортостан буйлап фольклор‑этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша (2011 й., 2015 й. етәксеһе була). Фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Урал тау сәнәғәте райондары эшселәренең фольклорын өйрәнеүгә, әҙәбиәт м‑н фольклорҙың үҙ‑ара бәйләнештәренә һәм уҡытыу мәсьә­ләләренә арналған. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән башҡорт риүәйәттәрен, легендаларын һәм батырҙар т‑дағы әкиәттәрен урыҫ теленә тәржемә итеүселәрҙең береһе. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуздар өсөн уҡыу әсбаптары, авторы. В.П.Бирюков ис. пр. лауреаты (1997).

Ә ҫ ә р ҙ.: Жанры несказочной прозы Башкортостана и Южного Урала. Уфа, 2000; Горнозаводской фольклор Башкортостана и Урала. Уфа, 2001.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов