БАЙРАМҒОЛОВ Юлай Ейәнғәли улы (15.12.1937, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Тимерәк а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). Силәбе политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Брянск автомобиль з‑дында эшләй, 1966 й. алып ӨМЭЗ‑дә, 1970 й. — Өфө авиация техникумында. 1973—2006 йй. БДАУ‑ҙа: 1983—93 йй. — хеҙмәтте һаҡлау, 1995 й. башлап — а.х. электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу, 1998—2005 йй. электр энергияһы м‑н тәьмин итеү һәм электр энергияһын а.х. ҡулланыу каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ауыл ерендә һауа электр энергияһы тапшырыу линияларының ышаныслылығын арттырыуға, бәләкәй йылғаларҙа гидроэлектростанциялар төҙөүҙе иҡт. яҡтан нигеҙләүгә арналған. Б. уйлап тапҡан үткәргестәрҙең тирбәлеүен йомшартҡыстар, үткәргестәрҙе изоляторҙарға беркетеү яйланмалары, аэродинамик яҡтан тотороҡло үткәргес һ.б. БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм БДБ илдәре пр‑тиеларында индерелә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Теоретическаая основа электротехники — электрические цепи постоянного тока. Ч.1,2. Уфа, 1999 (авторҙ.); Электрические источники оптического излучения. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Р.Ә.Алмаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика