ЭРЕМСЕК, башҡорт аш‑һыуының традицион һөт аҙығы. Айыртылған йәки айыртылмаған, әсегән йәки ойотолған (бер аҙ айран, ҡатыҡ әсеткеһе йәки май айраны ҡушып алына) һыйыр (һирәгерәк кәзә) һөтөн ҡайнатып эшләнә. Алынған эремсек һымаҡ массаны иләктән үткәрәләр, киндер тоҡҡа һалып һарҡыталар йәки ауыр әйбер м‑н баҫтырып ҡуялар. Һирәгерәк Э. мейестә әсегән, ҡайнатылған йәки яңы һауылған һөттән яһайҙар. Оҙаҡ һаҡланған ҡоро Э. эшләү өсөн (ҡыҙыл эремсек, тура) эремсек массаһын һыуы быуланып бөткәнсе һәм ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе ҡайнаталар. Ҡайнап етер алдынан яңы бешелгән йәки һары май, шә­кәр йәки бал өҫтәйҙәр. Әҙер эремсекте туҙаяҡҡа (ҡара: Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы), ағас тәпәнгә (күнәккә, сапсаҡҡа) һалғандар. Урал аръяғында, Башҡортостандың көньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш райондарында еләк эремсеге (әжекәй, ҡара эремсек) таралған, һыуын быуландырғанда уға ер еләге, ҡайын еләге, муйыл (муйыллы эремсек), ҡарағат (ҡарағатлы эремсек), сейә (сейәле эремсек) һ.б. ҡушҡандар. Табынға ултыртыр алдынан эремсеккә ҡаймаҡ, һөт өҫтө, бал, шәкәр һалғандар. Э. билмән (ҡаҙан ҡолағы, ҡаҙан тәкәһе) гөбәҙиә, ҡыҫтыбый һ.б. бешергәндә эслек итеп файҙаланыла.

Э.В.Миһранова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина