ӘХМӘТШИН Айрат Әкрәм улы (4.12.1949, Өфө), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актёр, режиссёр. РФ‑тың (2004) һәм БАССР‑ҙың (1985) халыҡ артисы, РФ‑тың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). ӨДСИ‑не (1991; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен яңынан әҙерләү ин‑тын (Мәскәү, 1994; В.М.Штейн курсы) тамамлаған. 1966 й. алып Башҡорт ҡурсаҡ театры актёры (1991— 94 йй. һәм 2011—13 йй. баш реж.), бер үк ваҡытта 1987—98 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта.

Сағыу характерҙар тыуҙырыу, образдың төрлө эмоциональ һәм психологик төҫмөрҙәрен кәүҙәләндереү оҫталығына эйә булған уникаль талантлы актёр: Сабир һәм Тарахан (“Алтын роза” — “Золотая роза”, С.В.Волков‑Кривуша; дебют, 1966) һ.б. Ҡурсаҡ йөрөтөү техникаһы м‑н виртуоз эш итә белә, үткер характерлы һәм комик ролдәрҙе бик оҫта башҡара: Төлкө Лаврентий («“Өйрәк бәпкәләре өйө” сере» — «Тайна “Дома утят”», У.Дюла), Кощей (“Батша ҡыҙы тәлмәрйен” — “Царевна‑лягушка”, Н.В.Гернет), Король Джоль (В.Фильпот пьесаһы б‑са ш. уҡ исемле спектакль), Бүре (“Алтын себеш” — “Золотой цыплёнок”, В.Н. Орлов). Ә. күп яҡлы актёрлыҡ таланты өлкәндәр өсөн спектаклдәрҙә асыла: битлек м‑н уйнағанда — Фәрештә Д—Иблис (“Илаһи комедия” — “Божественная комедия”, И.В.Шток), ҡурсаҡ йөрөтөүҙә — Гермес (М.Кәримдең“Ташлама утты, Прометей!” — “Не бросай огонь, Прометей!” трагедияһы), ш. уҡ “тере план” ролдәрендә — Ата һәм Ҡолобәк [С.Т.Айытматовтың“Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы б‑са А.Б. Барановтың ш. уҡ исемле спектакле], Кинес (“Лисистрата”, Аристофан), Диктатор (“Диктаторға ат бирегеҙ!” — “Коня диктатору!”, М.Кәрим). Актёрлыҡ алымдарын һәм тасуирлау сараларын оҫта файҙалана белеүе, тауыштөҫмөрҙәренеңбайлығыӘ.бер спектаклдәбернисә ролде башҡарырға мөмкинлек бирә [А. де Сент‑Экзюпериҙың “Бәләкәй принц” (“Маленький принц”) әкиәте мотивтары б‑са Барановтың “Сүллек күгендәге йондоҙҙар” — “Звёзды над пустыней” спектаклендә Король, Географ, Эскесе, Дан яратыусы, Йылан, Фонарсы]. Ә. репертуарында “Лучано Паваротти”, “Луи Армстронг”, “Мәғәфүр Хисмәтуллин” һ.б. миниатюралар бар. Реж. булараҡ 1984 й. Орловтың “Алтын себеш” спектакле уның дебют эше була. Г.Б.Остерҙың “Кәрәгеңде алырһың!” (“Клочки по закоулочкам”; 1990), Е.А.Тараховскаяның “Суртан әмере буйынса” (“По щучьему велению”; 1997) спектаклдәрен ҡуя. СССР‑ҙа үткәрелгән Поляк (1976) һәм Венгр (1979) драматургияһы фестивалдәре дипломанты.

Әҙәб.: С а м и г у л л и н а Р.А. От Петрушки к Прометею. Уфа, 1994.

Ю.В.Заяц, М.С.Фәттәхетдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова