“ЭРЕ ПАНЕЛЛЕ ЙОРТТАР ТӨҘӨҮ”, “КПД”, ААЙ. БР‑ҙа панелле торлаҡ йорттар һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составына 25 бүлендек һәм бойондороҡло пр‑тие, ш. иҫ. “Белит‑КПД”, “Интерстройсервис”, инә. “Асы” шифаханаһында корпусы, балалар һауыҡтырыу лагеры (Өфө р‑ны Йоматау а.) бар.

1968 й. “Э.п.й.т.” Өфө тресы булараҡ ойошторола, 1988 й. алып Өфө проект‑төҙөлөш берекмәһе, 1991 й. — Дәүләт төҙөлөш фирмаһы, 1992 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йө­рөтә. Эшмәкәрлеге осоронда пр‑тие тарафынан 8,4 млн м2 торлаҡ, Күҙ һәм пластик хирургия үҙәге,“Биатлон”, “Өфө‑Арена” биналары төҙөлгән, Милли Йәштәр театры бинаһына һ.б. реконструкция үткәрелгән. Пр‑тие м‑н М.Н.Лосев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов