ӘХМӘТОВА‑НӘБИЕВА Эльвира Мирзанур ҡыҙы (12.4.1973, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (2002) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1991; педагогы М.Ә. Кәримов), Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. (2006; педагогы А.Х. Зөбәйҙуллин), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2013) тамамлаған. 1991 й. алып Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 2013 й. — ансамбль эргәһендәге балалар хореография студияһы педагогы. Ә.‑Н. сәнғәте һығылмалылыҡ һәм музыкаллек м‑н айырылып тора. Һылыу ҡиәфәтле, сағыу темпераментлы бейеүсе. “Бишбармаҡ”, “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Ҡороҡсолар”, “Ҡыр ҡаҙҙары” (“Гуси‑лебеди”), “Яҙғы ташҡын” һ.б. бе­йеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Кремль һарайы, П.И.Чайковский ис., “Рәсәй” (бөтәһе лә — Мәскәү), “Октябрьский” (С.‑Петербург) концерт залдары һ.б. сәхнәләрҙә бейей. Мәс­кәүҙә БР көндәрендә (1997), С.‑Петербургта, Әзербайжанда БР мәҙәниәте (икеһе лә — 2001), Ҡаҙағстанда Рәсәй (Астана, 2004), Төркиәлә БР (Истанбул ҡ., 2006) көндәрендә, “Урыҫ ҡышы” (“Русская зима”) фестивалендә (Лондон, 2005) ҡатнаша. Рәсәй һәм донъяның 20 иле буйлап гастролдәрҙә була.

Әҙәб.: Д о к у ч а е в а А.А. Созвездие талантов. Уфа, 2009.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова