“ЭРВЕЛ МАРИЙ” (“Көнсығыш мариҙар”), Башҡортостан мариҙарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеү, респ. халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. июлендә Мари респ. йәмғиәте булараҡ ойошторола, 1989 й. дек. алып БР “Марий Ушем” Мари йәмәғәт берекмәһе, 2004 й. башлап Башҡортостан Республикаһының Төбәк мари милли‑мәҙәни автономияһы. БР Халыҡтары ассамблеяһы, “Мер Канаш” Бөтә Мариҙар Советы, БР Фин‑уғыр халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. Юғары идара итеү органы — конференция, 4 йылға 1 тапҡыр саҡырыла; конференциялар араһында ойошма эшенә идара етәкселек итә. Бөрө, Нефтекама, Өфө ҡҡ., Балтас, Бөрө, Дүртөйлө, Илеш, Краснокама, Ҡалтасы, Мишкә, Шаран, Яңауыл р‑ндарында филиалдары һәм бүлексәләре бар. “Э.М.” Бөрө социаль‑педагогия академияһында һәм Благовещен педагогия колледжында мари теле һәм әҙәбиәте б‑са пед. кадрҙар әҙерләүҙе ойоштороуға, мари мәҙәниәте классиктары ижадына арналған музейҙар асыуға һ.б. булышлыҡ итә. Ойошма ҡатнашлығында йыл һайын “Мурпеледыш” төбәк‑ара мари халыҡтары милли мәҙәниәте һәм сәнғәте фестивале, “Чолман йук” Мари эстрада йырҙарын йәш башҡарыусылар конкурсы, Мари мәҙәниәте көндәре һ.б. үткәрелә; 1‑се Бөтә Рәсәй мариҙары съезының (1917) 90 йыллығына арналған “Башҡортостан һәм Марий Эл: үҫеш һәм хеҙмәттәшлектең тарихи тәжрибәһе” Бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конф. ойошторола (2007, икеһе лә — Бөрө); “Чолман” респ. гәз. сыға. Рәйестәре: Г.И. Ибулаев (1989 й. алып), Л.М.Ярмингина (1991 й. алып), В.Г.Вәлиуллин (1993 й. алып), П.И. Бикмурзин (1995 й. алып).

П.И.Бикмурзин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев