“ЭРВЕЛ” (“Таң”), Мишкә район мәҙәниәт һарайының бейеү ансамбле. 20 б. 50‑се йй. аҙ. ойошторола. 1967 й. алып хәҙ. һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестрына (1997, етәксеһе С.В. Шахмадеева) ҡушылып башҡарыла. Репертуарында театрлаштырылған йолалар [“Мари туйы” (“Марийская свадьба”)] һәм мари милли колориты м‑н тулыландырылған жанр күренештәре [“Ҡоҙа менән ҡоҙағый” (“Сват и сваха”), “Тыпырҙаҡ” (“Дробушки”)], киң сюжет композициялары [“Аһ, Мишкә” (“Ах, Мишкино”), “Болонда” (“На лугу”), “Көнсығыш мариҙарының уйындары” (“Игры восточных марийцев”), “Күперҙә” (“На мосточке”), “Туй уйындары” (“Свадебные игры”), “Энәк ярында” (“На берегу Иняка”)], хореографик картиналар [“Кисен ауыл кәртәһендә” (“Вечером у околицы”)], башҡорт, татар һ.б. бейеүҙәр бар. Рәсәй, Болгария, Италия, Эстония буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр ауыл сәнғәте смотры (Куйбышев ҡ., 1967), Бөтә Союз хеҙмәт­сәндәренең үҙешмәкәр сәнғәт ижады фестивале (Мәскәү, 1976), респ. үҙешмәкәр сәнғәт (1982), хореография коллективтары (1990) смотрҙары, “Һаумы, ХХI быуат! — Здравствуй, ХХI век!” халыҡ ижады фестиваль‑эстафетаһы (2001), “Башҡортостан аҫылташтары” халыҡ ижады фестивале (2002), “Башҡортостан — Урал ынйыһы” халыҡ ижады форумы (2005; бөтәһе лә — Өфө), халыҡ бейеүҙәре фестивале (1994), яңғыҙ халыҡ бейеүен башҡарыусылар конкурсы (2001; икеһе лә — Учалы ҡ.), “Берҙәмлек — Содружество” халыҡ‑ара халыҡ ижады фестивале (Өфө, 1994; Гран‑при), фольклор фестивалдәре (Выру ҡ., Эстония, 1996; Альвито ҡ., Италия, 1997), “Кштима” Төбәк‑ара фин‑уғыр бейеүҙәре фестивале (Саранск, 2008) һ.б. лауреаты. Художество етәкселәре: В.А.Алкаев, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре В.А.Абсалиҡов һәм А.В. Байбулатов; В.М.Вялов, Ю.Н. Пастухов, В.И.Ямурзин, РФ‑тың һәм БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Я.Й.Йәнғөбәев, А.В.Шамаев. Бейеүҙәрҙе сәхнәгә ҡуйыусылары: Абсалиҡов, РФ‑тың атҡ. артисы С.М. Асмаев, Вялов, Ф.Ә.Ғәскәров, З.С. Ис­мәғилев, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре В.С.Сәғәҙиев, Марий Эл Респ. атҡ. сәнғәт эшмәкәре А.А.Чеботкин, Йәнғөбәев.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов