ЭПОС (гр. epos — һүҙ, хикәйә), башҡорт фольклоры һәм ауыҙ‑тел әҙәбиәте жанры, шиғри, шиғри‑сәсмә йәки сәсмә формала хикәйәләүсе әҫәр. Халыҡ шиғриәтендә иң боронғо жанрҙарҙың береһе булып тора. Э. халыҡтың тәбиғәт һәм тормош т‑да күҙаллауҙары, дини ҡараштары, йолалары сағыла. Сәсәндәр тарафынан быуындан быуынға тапшырылып, Э. күпселеге төрлө варианттарҙа телдән һөйләү формаһында хәҙ. заманға тиклем килеп етә. Байтаҡ башҡорт Э. проза һәм шиғыр‑йыр м‑н хикәйәләү бәйләнеше хас. Проза м‑н хикәйәләүҙә башлыса эпик әҫәрҙең сюжет нигеҙе асыла: эмоциональ өлкә һәм айырыуса сағыу моменттар, әңгәмәләр, ш. уҡ һөйләүсенең хәл‑ваҡиғаларға мөнәсәбәте көйләп һөйләү манераһында (һалмаҡ көй, һамаҡ) башҡарылған юғары яңғырашлы тирада (ҡобайыр) шиғыры аша тапшырыла. Боронғо заманда Э. шиғри өлөшө думбыра аккомпанементында башҡарыла. Э. жанр төрҙәренә ҡобайыр, иртәк, ш. уҡ дастан, ҡисса һәм хикәйәт ҡарай.

Ҡобайыр, ҙур формалы героик әҫәр (“Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Урал батыр” һ.б.). Күпселек ҡобайырҙарҙың нигеҙен ырыу, ҡәбилә, халыҡ мәнфәғәттәре өсөн геройҙың көрәше һәм йыш ҡына үҙ ғүмерен фиҙа ҡылып еңеүе тәшкил итә. Әҫәр геройы — йәмғиәттең героизм һәм батырлыҡ идеалдарын һынландырған халыҡ батыры (Урал батыр, Һәүбән һ.б.), уның образында баһадирҙар характерының юғары әхлаҡи һыҙаттары кәүҙәләндерелә: намыҫлылыҡ, эскерһеҙлек, ғәҙеллек, кешелеклелек, маҡсатлылыҡ һәм ғә­ҙәттән тыш физик көс; был һыҙаттар һәр конкрет образда хәҙ. эпик ижад стадияһындағы халыҡтың художестволы фекерләүе кимәленә ярашлы формала сағылыш ала.

Иртәк, башлыса соц. һәм ғаилә‑көнкүреш темаларына арналған эпик әҫәр. Иртәктәр араһында изге хайуандар, тәүге аттарҙың һәм һыйырҙарҙың килеп сығыуы т‑дағы цикл ҙур урын алып тора: “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға” һ.б. Башҡа эпик әҫәрҙәрҙән айырмалы рәүештә был иртәктәрҙә хайуандар геройҙың ярҙамсылары түгел, улар төп ҡат­нашыусылар; уларҙың образдары боронғо дини ҡараштар, мифологик күҙаллауҙар м‑н бәйле.

Ижад ителеү ваҡытына бәйле ырыу ҡоролошо, йәки мифологик Э. (“Урал батыр”, “Аҡбуҙат” һ.б.), иртә феодаль мөнәсәбәттәр осоро, йәки соц.‑көнкүреш Э. (“Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” һ.б.), үҫешкән феодаль мөнәсәбәттәр осоро, йәки тарихи Э. (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Мәргән менән Маянһылыу”, “Тарғын менән Ҡужаҡ” һ.б.) бүленә.

Башҡорт эпик әҫәрҙәрендә үҙенсәлекле (“Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Уҙаҡ менән Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы”, “Ҡарас менән Аҡша” һ.б.), ш. уҡ башҡа төрки телле халыҡтарҙың эпик ижады м‑н уртаҡ (“Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Тарғын менән Ҡужаҡ” һ.б.) сюжеттар бар. Төрки ауыҙ‑тел ижадында көнсығыш әҙәбиәте йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән романтик дастандар һәм ҡиссалар (“Ҡисса‑и Йософ”, “Таһир менән Зөһрә”, “Әл‑ҡисса Буҙйегет” һ.б.) киң таралыу ала.

М.И.Өмөтбаев Э. “өләң” (үләң) термины м‑н билдәләгән. Жанр күп халыҡтарҙың фольклорында осрай.

Әҙәб.: А т а н о в а Л. О башкирских эпических напевах //Башкирский народный эпос. М., 1977.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов