ӘХМӘТОВА Гөлнар Хөсәйен ҡыҙы (14.11.1941, Ташкент), музыка белгесе. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). Композиторҙар союзы ағзаһы (1971). Х.Ф.Әхмәтовтың ҡыҙы. Гне­синдар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1968) 1970 й. тиклем Ульяновск филармонияһы лекторы, 1974 й. алып ТТӘИ‑нең ғилми хеҙм‑ре, 1975—92 йй. Башҡорт фи­лармонияһы лекторы. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ музыкаһын, башҡорт композиторҙары һәм йырсылары ижадын өйрәнеүгә арналған. Бер нисә мәҡәләһендә Салауат Юлаев образын сағылдырған муз. әҫәрҙәрҙе тәүге тапҡыр системаға һала һәм тикшерә. Ә. тарафынан 100‑ҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры һәм инструменталь көй нотаға һалына. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, Башҡ‑н радиоһы һәм ТВ‑нда 40 тапшырыу авторы.

Х е ҙ м.: Нариман Сабитов: камерно‑вокальное творчество. Уфа, 1982; Маэстро родного Урала. Уфа, 2010. Әҙәб.: Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества. Уфа, 2002.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова