ӘХМӘТОВА Внира Рәхим ҡыҙы (27.7.952, Кейла ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2002), проф. (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Органик химия ин‑тында эшләй. 1992 й. алып Нефтехимия һәм катализ ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 2002—09 йй. лаб. мөдире; бер үк ваҡытта 1996 й. башлап БДУ‑ла, 2017 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни хеҙмәттәре алкендарҙың, ш. иҫ. перфторалкендарҙың, контролдәге окисланыу проблемаһына, түбән молекулалы биокөйләгестәрҙе синтезлауға, тәбиғи терпендарҙың селектив трансформацияла­рына, көкөртлө водород һәм тиолдарҙың мультикомпонентлы реакцияларын тикшереүгә арналған. Ә. тарафынан терпеноидтар, бөжәктәрҙең оптик актив феромондары, тәбиғи фитогормондар (триаконтанол һәм уның сығарылмалары) һәм перфторкарбон к‑таһы аналогтары, көкөртлө гетероциклик, металорганик, макрогетероциклик берләшмәләр һәм полимерҙар алыуҙың яңы ысулдары эшләнә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 90 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов