БАЙРАМҒОЛ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Белорет р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, БР‑ҙа яҡынса 3 км, киңлеге 3 км, бейеклеге яҫы түбәһе м‑н 1010 м тиклем. Көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, уйһыулыҡтары күп, көнсығышы текә, урыны м‑н ҡаялы. Урта рифейҙың егәлгә һәм әүжән свиталарының кварцитлы ҡомташтары, эзбизташтары, доломиттары һәм һәүерташтарынан тора. Б. битләүҙәрендә Төлмән й. (Инйәр й. басс.) ҡушылдыҡтары башлана. Көнбайыш битләүҙәрен аҡһыл һоро урман һәм кәҫле көлһыу тау тупраҡтарындағы киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урмандар биләй. Көнсығыш битләүе ландшафтары үҙгәргән, итәгендә урмандар ҡырҡылған, төрлө бейек үләндәрҙән торған болондар өҫтөнлөк итә. Көньяҡ Урал ҡурсаулығында урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика