ӘХМӘТОВ Хәмит Борхан улы [1.1. 1904, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Күсей а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) – 9.9. 1966,Сибай ҡ.], ҡурайсы.1924 й. алып Башҡорт дәүләт драма театрында, 1935—64 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театрында (ҡара: Сибай башҡорт драма театры) эшләй. Ә. үҙенсәлекле башҡарыу стиле тотанаҡлы ҡырыҫ, эпик манера, виртуозлыҡ м‑н айыры­лып торған. Репертуарында классик оҙон көйҙөң инструменталь варианттары, программалы пьеса‑һүрәтләмәләр һәм йыр‑бейеү көйҙәре, ш. иҫ. “Айүкә”, “Баяс”, “Ҡарасәс”, “Сыңрау торна”, “Һыр” көйҙәренең уникаль варианттары булған. Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Д.Юлтыйҙың “Маҡтымһылыу”, “Башҡорт туйы”, С.М.Мифтахов­тың “Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл” һ.б. спектаклдәрҙә ҡатнашҡан.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов