ӘХМӘТОВ Хөсәйен Фәйзулла улы [6.1.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Сыңғыҙ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 8.1.1993, Өфө], композитор, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1967) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1943). 1932—38 йй. яңғыҙ йырлау класы б‑са (Е.В.Енохович, Б.П.Кацева), 1936—41 йй., 1944—45 йй. композиция класы б‑са (А.Н. Александров, Е.И.Месснер, Ю.М. Яцевич) Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһында уҡыған. 1941—44 йй. БАССР ХКС эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑тының муз. мөхәррире, 1946—74 йй. Башҡорт филармонияһының художество етәксеһе. 1948—53 йй. БАССР Композиторҙар союзы идараһы, 1976—87 йй. БАССР Хор йәмғиәте рәйесе.

Республиканың тәүге проф. композиторҙарының береһе. Үҙенең әҫәрҙәрендә оҙон көй үҙенсәлектәрен ҡулланып, башҡорт халыҡ музыкаһы традицияларын ижади яҡтан үҫтергән. Ә. ижадында тыуған яҡ һәм халыҡ темаһы өҫтөнлөк итә: “Тау бөркөтө” балеты, “Замандаштар”, “Нәркәс” (1987; И.Х.Йомағоловтың ш. уҡ исемле трагедияһы б‑са Р.А.Вәлиуллин м‑н бергә яҙған үҙ либреттоһы, М.Х.Әхмәтов тамамлаған, 1994 й. ҡуйылған) опералары, “Йылъяҙма” программалы симфонияһы (1945), “Башҡорт лирик сюитаһы” (1952), Х.Кәрим шиғырына “Ҡотлау йыры” кантатаһы (1955), башҡорт шағирҙарының Бөйөк Ватан һуғышына арналған шиғырҙарына вокаль һәм хор балладалары һ.б.

Ә. ижадында вокаль музыка махсус урын алып тора. Уның тарафынан 400‑гә яҡын йыр һәм романс, 12 вокаль цикл, тауыш һәм фп. өсөн 18 баллада һәм 4 поэма ижад ителгән. Улар араһында Р.С.Янбулатова шиғырына “Гүзәл Өфөм — баш ҡалам” (1949), үҙенең шиғырына “Тыуған ауылым” (1965) йырҙары; Ҡ.Даян шиғырына “Төнгө Урал”, Ш.Бабич шиғырына “Ал да нур сәс халҡыңа” романстары (икеһе лә — 50‑се йй.); башҡорт шағирҙары шиғырҙарына “Мөхәббәт ул, әйтерһең дә, утлы йәшен” (1978) һәм “Ғаләм” (1992), А.С.Пушкин (“Пушкиниана”, 1974), С.А.Есенин [“Урыҫ лирикаһы” (“Русская лирика”) һәм “Фарсы мотивтары” (“Персидские мотивы”; икеһе лә — 1979)], М.Ю.Лермонтов (1988) шиғырҙарына вокаль циклдар бар.

Ә. камера‑инструменталь ижады фп., скрипка, виолончель, флейта өсөн әҫәрҙәрҙән тора: Фп. өсөн соната‑фантазия (1947), “Буранбай” темаһына фантазия (1940), Ҡыллы ҡоралдар квартеты (1963), “Мөхәббәт тураһында легенда” (1971), “Дуҫым тураһында уй” (1973) һ.б. фп. миниатюралары. Был әҫәрҙәргә хислелек, яҡты хыялдарға бирелеү, өҫтөнлөк иткән лирик башланғыс хас.

Б.Бикбайҙың“Салауат Юлаев” (1947), М.Кәримдең Ай тотолған төндә” (1963), И.Ә.Абдуллиндың“Гәүһәр”(1965)һ.б. драматик спектаклдәренә, “Совет Башҡортостаны”(“Совет­ская Башкирия”; 1950; Р.Ә. Мортазин м‑н авторҙашлыҡта) к/ф музыка авторы. Ә. 100‑ҙән ашыу башҡорт халыҡ йырын һәм инструменталь көйөн нотаға һалған, халыҡ көйҙәренең вокаль, инструменталь һәм хор эшкәртмәләрен ижад иткән, башҡорт халыҡ йырҙары йыйынтыҡтарын төҙөүсе булараҡ танылыу алған. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1968).

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1949, 1954) орд. м‑н бүләкләнгән. 1994 й. тыуған ауылында, 2006 й. Сибай ҡ. гимназияһында Ә. музейы асыла. 2009 й. уның исеме Башҡорт филармонияһына бирелә. Өфөлә Ә. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

Әҙәб.: Ш у м с к а я Н.А. Хусаин Ахметов. Уфа, 1968; Г а л и н а Г.С. Хусаин Ахметов. Уфа, 1994; А х м е т о в а Г.Х. Маэстро родного Урала. Уфа, 2010.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова