ЭПИЛЕПСИЯ (гр. epilēpsia), ҡ у я н с ы ҡ, баш мейеһенең хроник ауырыуы, хәрәкәт, һиҙемләү, вегетатив йәки психик функциялар боҙолоуы м‑н барған ҡабатланыусы өйәнәктәр (быума) аша беленә. Э. фокаль сикләнгән, таралған; этиологияһы б‑са — идиопатик, симптоматик һәм криптоген формалары айырыла. Э. башланып китеүенә баш мейеһенең тотҡарлау һәм ҡуҙғытыу системаларының генетикаға бәйле етешмәүсәнлеге, ш. уҡ тышҡы факторҙар йоғонтоһо (инфекцион, токсик, гипоксик һ.б.) һәм баш һөйәге‑баш мейеһе травмалары, баш мейеһе шештәре һ.б., балаларҙа — перинаталь йәрәхәтләнеү һәм баш мейеһенең тыумыштан килгән үҫеш кәмселеге булышлыҡ итә. Эпилептик быума баш мейеһенең үтә ярһыусанлығы (тартышыу) фонында тышҡы ҡуҙғытҡыстар тәьҫирендә барлыҡҡа килә. Төп симптомдары: аңды юғалтыу, дөйөм тоник‑клоник тартышыу, күҙ ҡараһының ҙурайыуы һ.б. Диагностика өсөн анамнез, клиник һәм инструменталь (электроэнцефалография һәм видеотеркәү, барлыҡҡа килтерелгән потенциалдар ысулы) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз, хирургик (резистент форма ваҡытында), психотерапия. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: эпилептик статус, киҫкен психотик хәл, шәхестең аҡыл зәғифлегенә тиклем үҙгәреүе. Башҡортостанда 1 мең кешегә йылына 1,2 осраҡтан алып 18,4 осраҡҡа тиклем ауырыу теркәл­гән. Башҡ‑н физиотерапия ҒТИ‑нда Н.И. Савченко һәм БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) И.Ф.Случевский етәкс. 20 б. 30‑сы йй. аҙ. алып ауырыуҙың клиник‑патогенетик үҙенсәлектәре, матдәләр алмашыныуы өйрәнелә, уны дауалау ысулдары эшләнә. Респ. психиатрия дауаханаһы (ҡара: Психиатрия дауаханаһы №1) базаһында Случевский тарафынан эпилепсияға ҡаршы ғилми‑тикшеренеү лаб. ойошторола. 40‑сы йй. уртаһынан рефлектор Э. этиологияһы һәм патогенезы (А.С.Борзунова), Э. барышына ҡайһы бер осраҡлы ҡушылған ауырыуҙарҙың һәм мейе травмаларының йоғонтоһо (Случевский), эксперименталь Э. төрлө төрҙәре ваҡытында хайуандарҙың баш мейеһендә үҙгәрештәр (Борзунова, Савченко) тикшерелә, Э. дауалау, ш. иҫ. пневмоторакс ярҙамында дауалау, ысулдары эшләнә (Е.Н.Маркова); 50—60‑сы йй. ауырыуҙың морфо‑функциональ үҙенсәлектәре (Ю.Н. Савченко) өйрәнелә. 90‑сы йй. БР‑ҙың төрлө райондарында балаларҙа Э. клиник‑эпидемиологик анализы үткәрелгән (Ф.М.Байбаҙарова, Л.М. Воронцова, Г.Р. Хәмитова, В.М. Әхмәтова һ.б.). 2000 й. алып 2‑се Респ. клиник дауаханаһы базаһында Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге эшләй (ҡара: Медицина үҙәктәре).

Ф.М.Байбаҙарова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина