ӘХМӘТОВ Сафа Әхмәт улы (11.1. 1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз а.), инженер­-технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы(1977). М.Ә.Әхмәтовтың ағаһы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1958). 1967 й. алып ӨНИ‑нең Салауат киске ф‑тында эшләй (1977 й. — химия‑технология процестары каф. мөдире). 1979 й. башлап БДУ‑ның аналитик химия һәм дөйөм химик технология каф. мөдире. 1981 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1991 й. тиклем нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1981—91 йй. СССР Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министрлығының тармаҡ лаб. (Өфө) ғилми етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре нефтте тәрән эшкәртеү һәм нефть сеймалын рациональ файҙаланыу, нефть эшкәртеүҙең технологик процестарын моделләштереү һәм оптималләштереү проблемаларына арналған. Асыштары “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда һәм Яңы Өфө НЭЗ‑ында индерелгән. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, 50 уйлап табыу авторы. Г.В.Вахрушев ис. пр. (2005), Н.К. Байбаков ис. пр. (2006) лауреаты.

Х е ҙ м.: Физико‑химическая технология глубокой переработки нефти и газа: учеб. пособие: в 2 ч. Уфа, 1997; Кинетические исследования и моделирование промышленных химико‑технологических процессов. Уфа, 1999 (авторҙ.); Технология глубокой переработки нефти и газа: учеб. пособие для вузов. 2‑е изд., перераб. и доп. СПб, 2013.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов