ӘХМӘТОВ Радик Рәхимйән улы (3.3.1933, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Өлкөндө а. — 9.8.2008), биохимик, биотехнолог. Биол. ф. д‑ры (1976), проф. (1986). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1975). БАХИ‑ны тамамлаған (1958). 1959—85 йй. СССР ФА БФ‑та эшләй: 1967 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлеге мөдире, 1981 й.—Биология ин‑ты дир.;бер үк ваҡытта 1967—81 йй., ш. уҡ 1985 й. башлап БДУ‑ның биохимия һәм биотехнология каф. мөдире, 2000 й. — уҡытыусыһы. Респ. үҫемлектәр биотехнологияһы һәм кеше генетикаһы үҫешенә нигеҙ һалған. Фәнни хеҙмәттәре күҙәнәк ядроһын һәм үҫемлектәр гетерозисының молекуляр‑генетик тәбиғәтен өйрәнеүгә арналған. Ә. етәкс. тәүге тапҡыр үҫемлектәрҙәге гистон аҡһымдарының модификацияһы табылған; күҙәнәктең генетик аппараты активлығын яйға һалыуҙа фитогормондар һ.б. физиол. актив матдәләр ҡатнашлығының яңы механизмдары асыҡланған; рекомбиноген үҙенсәлектәргә һәм иммунитетты стимуллаусы, фунгицид тәьҫиренә эйә булған химик берләшмә асылған. Уның тарафынан үҫемлектәрҙә матдәләр алмашыныуының, ш. иҫ. үҫемлектәрҙең гетерозис гибридтарында һәм уларҙың сығанаҡ формаларында нуклеин кислоталары синтезланыуының ҡайһы бер законлыҡтары билдәләнгән; беренсе тапҡыр ҡыяҡлыларҙыңпротопластарынан каллусҡа оҡшаш туҡымалар алынған. 190‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1975).

Х е ҙ м.: Электронно‑микроскопическая цитохимия. Уфа, 1971 (авторҙ.); Теоретические основы селекции. Т.1. Молекулярно‑биологические аспекты прикладной ботаники, генетики и селекции. М., 1993 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова