ӘХМӘТОВ Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25.1.1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз а. — 17.11.1995, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. канд. (1970). С.Ә.Әхмәтовтыңҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йй. Ҡыйғы р‑ны Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре орхон‑йәнәсәй ҡомартҡылары телен башҡорт теле м‑н сағыштырып өйрәнеүгә, башҡорт һ.б. төрки телдәрҙең һүҙ төркөмдәре тарихын тикшереүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Глагол в языке орхоно‑енисейских памятников (в сравнительном плане с современным башкирским языком). Саратов, 1978.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов