ЭПИДЕМИОЛОГИЯ (гр. epidēmia — күмәк ауырыу һәм ...логия), төрлө ауырыуҙарҙың башланып китеү законлыҡтарын һәм киң таралышын өйрәнгән, уларҙы иҫкәртеү һәм ҡаршы көрәшеү ысулдарын эшләгән фән. 20 б. уртаһына тиклем инфекцион ауырыуҙар, 20 б. аҙ. алып ш. уҡ йөрәк‑ҡан тамырҙары, онкология, нервы‑психик ауырыуҙар Э. өйрәнеү пред­метын тәшкил итә. Башҡортостанда киң таралған инфекцион ауырыуҙарҙың Э. мәсьәләләре б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. башынан Бактериология ин‑тында (ҡара: “Иммунопрепарат”) үткәрелә башлай. 1926 й. башлап Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты) асылғандан һуң трахома, 1930 й. — Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда (ҡара: Тире‑венерология диспансеры) сифилис һәм гонорея, 1931 й. алып Башҡ‑н ғилми‑ғәмәли туберкулёз ин‑тында (ҡара: Туберкулёзға ҡаршы диспансер) туберкулёз Э. мәсьәләләре өйрәнелә. 30‑сы йй. уртаһынан Медицина университетында инфекцион ауырыуҙар каф. ойошторолғандан һуң географик патология проблемалары өйрәнелә. 1974 й. БДМУ‑ла Э. каф. асылғандан һуң хламидия инфекциялары Э. (А.И.Вишев), 21 б. башынан В һәм С вируслы гепатиттың, гепатоцеллюляр рактың, Helicobacter pylori м‑н бәйле аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙарының, яман шештәрҙең, йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙарының экологияһы төрлө булған терр‑яларҙа эпидемиологик үҙенсәлектәре (А.С.Воробьев, Ш.Х.Ганцев, Г.Е.Ефимов, Т.В. Кайданек, В.Н.Ручкин), Ә.Б.Бәкеров етәкс. Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ м‑н берлектә В, С һәм Д гепатиты вирустары тыуҙырған һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеү ысулдары өйрәнелә. Ефимов етәкс. эхинококкоздарҙы эпидемиологик‑эпизоотологик күҙәтеү б‑са саралар, инфекцион ауырыу сығанаҡтарында эпидемияға ҡаршы сараларҙың хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙҙәре камиллаштырыла. 1999 й. БДМУ‑ның дипломдан һуң белем биреү ин‑тында гигиена, Э. һәм дәүләт санитария­эпидемиология хеҙмәтен ойоштороу каф. асыла. 2005 й. алып респ. БР б‑са Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү б‑са федераль хеҙмәт идаралығы (етәкс. Р.М.Тәкәев) һәм БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге (етәкс. Г.Д.Минин) эшләй. Шулай уҡ ҡара: Санитария‑эпидемиология хеҙмәте.

Г.Е.Ефимов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина