ӘХМӘТОВ Марс Мәхмүт улы (6.5. 1938, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Стәрлебаш а.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1993). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1995). ӨНИ‑не тамамлаған­дан һуң (1962) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: 1974 й. алып сектор, 1978 й. — лаб., 1980 й. — бүлек мөдире, 1998 й. башлап ғилми секретарь. Фәнни хеҙмәттәре атом реакторҙары һәм хәрби техника өсөн алюмин, электродтар, конструкцион изделиелар етештереүҙә ҡулланылған төрлө нефть кокстарын ҡыҙҙырыу технологияларының фәнни нигеҙҙәрен эшләүгә арналған. Ә. тарафынан төрлө углерод материалдарының структура характеристикалары корреляцияһы билдәләнә, кокстарҙың махсус төрҙәрен термик көкөртһөҙләндереү, уларҙы формалаштырыу процестарының механизмдары асыла. Ә. тарафы­нан кокстарҙың төрҙәрен ҡыҙҙырыуҙың сәнәғәт процестары эшләнә, улар Гурьев, Красноводск, Омск, Павлодар, Фирғәнә НЭЗ‑дарына, Братск, Красноярск алюмин һәм Новосибирск электрод з‑дтарына индерелә; сит ил фирмалары (АҠШ, Германия, Һиндостан) кокс ҡыҙҙырыу ҡоролмаларына эксперт баһалауы үткәрелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 55 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1990).

Х е ҙ м.: Производство и применение прокаленного игольчатого кокса: темат. обзор. М., 1983 (авторҙ.) (Серия: Переработка нефти); Получение малосернистистых коксов из сернистых нефтей. Уфа, 2010; Тонкая структура нефтяных коксов. Уфа, 2010 (авторҙ).

Р.Р.Мәсәғүтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов