ӘХМӘТОВ Илүс Ғәлим улы (13.11. 1933, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Ишҡар а.), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1994). Нефть сәнәғәте отличнигы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1957) 1959 й. тиклем “Туймазанефть” нефть промыслалары идаралығында оператор, 1960—62 йй. скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры, 1959— 60 йй. “Башвостокнефтеразведка” тресында скважиналар һынау мастеры. 1966—74 йй. ӨДНТУ‑ның Октябрьский филиалында уҡыта, 1992—97 йй. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын разведкалау һәм үҙләштереү каф. мөдире. 1975—92 йй. И.М.Губкин ис. Дәүләт нефть һәм газ акад. эшләй (1980 й. алып лаб. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу проблемаларына арналған. Ә. тарафынан ҡатламдар эсендәге көслө шартлау, ҡатламға импульслы электр‑гидравлик һәм импульс‑депрессион тәьҫир итеү техноло­гиялары эшләнә һәм индерелә. 60 фәнни хеҙмәт һәм 6 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов