ЭПИГРАММА (гр. epígramma — яҙма), публицистика жанры; ниндәй ҙә булһа бер кешенән көлгән йәки йәмғиәт тормошондағы актуаль ваҡиғаларға арналған ҡыҫҡа сатирик шиғыр. Башҡорт әҙәбиәтендә Э. 20 б. башында М.Ғафури, Я.Ғ.Йомаев, С.Ҡудаш, С.С.Яҡшығолов ижадында үҫеш ала. Ш.Бабичтың “Китабеннас” (1916—1918; “Атаҡлы кешеләр тураһында китап”) Э. циклы жанрҙың классик өлгөһө булып тора, унда шағир кешеләрҙең етешһеҙлектәренән, йәмғиәттең боҙоҡлоҡтарынан көлә. Совет һәм советтан һуңғы осор әҙәбиәтендә жанр Б.Бикбай, Ф.М.Ғүмәров, К.К.Кинйәбулатова, М.Н.Кәримов, Р.Ф.Мифтахов, Р.С.Назаров, Н.Нәжми һ.б. әҫәрҙәрендә осрай.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов