ЭПЕНТЕЗА (гр. epеnthesis — йәбештереү), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе, һүҙҙә өҫтәмә өндөң барлыҡҡа килеүе. Башҡорт телендә Э. һүҙ башында һәм һүҙ аҙағында тартынҡыларҙың бергә килеүенә юл ҡуймаған телдең орфоэпик закондарына үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең (башлыса урыҫ теленән һәм уның аша) артикуляцион яраҡ­лашыуы һөҙөмтәһе булып тора; эпентетик һуҙынҡы ике тартынҡы араһына өҫтәлә, мәҫ., урыҫса “клеть” [кл]еть — башҡортса “келәт” [ке]ләт, “князь” [кн]язь — “кенәз” [кен]әз, “пряник” [пр]яник — “перәник” [пер]әник һ.б. Хәҙерге башҡорт әйтелешендә Э. түбәндәге үҙенсәлектәре айырыла: 1) иртә үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә эпентетик һуҙынҡы ҡулланылыуы орфографик һәм орфоэпик норма булараҡ ҡабул ителә, мәҫ., урыҫса “бревно” [бр]евно — башҡортса “бүрәнә” [бүр]әнә, “кровать” [кр]овать — “карауат” [кар]ауат, “хрен” [хр]ен — “керән” [кер]ән; 2) ҡайһы бер иртә үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә эпентетик һуҙынҡы орфографияла сағылмай, әммә орфоэпияла ҡулланыла, мәҫ., урыҫса “власть” [вл]асть — башҡорт йәнле һөйләү телендә [выл]ас, “крестьянин” [кр]естьянин — башҡорт орфографияһында “крәҫтиән” һәм орфоэпияһында [кер]әҫтиән, “протокол” [пр]отокол — башҡорт йәнле һөйләү телендә [пыр] атакол; 3) яңы үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә эпентетик һуҙынҡы башлыса йәнле һөйләү телендә ҡулланыла, мәҫ., урыҫса “трактор” [тр]актор — башҡорт йәнле һөйләү телендә [тыр]актор, “полк” по[лк] — по[лык], “комбайн” комба[йн] — комба[йын]. Һуңғы осорҙа урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр башҡорт‑урыҫ билингвизмы үҫешенә бәйле урыҫ орфоэпияһына ярашлы әйтелә, мәҫ., “пункт”, “планета”, “троллейбус” һ.б.

Әгәр тартынҡыларҙың йәнәшлеге һүҙ аҙағында күҙәтелһә, һуҙынҡы нигеҙ һәм аффикс араһына өҫтәлә, мәҫ., “киоск” һәм “киоскыға” киос[кығ]а, “отпуск” һәм “отпускынан” отпус­[кын]ан, “Магнитогорск” һәм “Магнитогорскиға” Магнитогорс[киғ]а һ.б.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов