БАШҠАРМА ВЛАСТЬ, дәүләт власының дәүләт эштәре м‑н идара итеү функцияларын башҡарыусы үҙ аллы тармағы. Б.в. закондар сығарыу власы акттарын тормошҡа ашырыу өсөн үҙ ҡарарҙарын һәм күрһәтмәләрен ҡабул итә. Башҡортостанда Б.в. функцияларын Башҡорт хөкүмәте, Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы, Башревком, Халыҡ комиссарҙары советы башҡарған. 1938 й. алып Б.в. юғары органы — Министрҙар Советы, 1993 й. — БР МК‑һы,2002 й. — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Шулай уҡ ҡара: Суд власы.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018