ӘХМӘТОВ Айҙар Риф улы (13.5. 1973, Өфө), спортсы. Пуля менән атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БДПИ‑ны (1997), Һалым полицияһы акад. (Өфө, 2001) тамамлаған. РОСТО тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Б. Гулак, В.И.Слинин, И.А.Соколов). Үҫмер спортсылар араһында Европа (1993) һәм Рәсәй (1992—93) чемп., 2 тапҡыр Европа чемпионатының көмөш һәм бронза призёры (1993). Бөтә Рәсәй йәштәр уйындары (1994), Финляндияла халыҡ‑ара турнир (Вильппула ҡ., 1993) еңеүсеһе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—98).

Тәрж. Г.А.Миһранова