ЭОС, гибрид клевер сорты. 2005 й. И.П.Леонтьев, А.Л.Золотов, А.Д. Карасов [Балаҡатай р‑нының “Карасов А.Д.” крәҫтиән (фермер) хужалығы] тарафынан ҡырағай популяцияларҙан күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 50—60 см, төҙ, 6—7 быуын араһы бар, бер аҙ тарбаҡлы. 35—40%‑ын япраҡ ҡаплаған. Япрағы өсәрле, ҡатмарлы, япраҡсаһы оҙонса түңәрәк, йәшел төҫтә. Сәскәһе аҡ‑алһыу, ҡыҫҡа тажлы, сәскәлеге — шар һымаҡ баш. Орлоғо ваҡ, йөрәк формаһында, һоро‑йәшел, һирәгерәк ҡара йәки һары. 1000 орлоғоноң ауырлығы 0,7—1 г. Ҡышҡа сыҙамлы, иртә өлгөрөүсе сорт, ике тапҡыр сабыла, бер тигеҙ үҫә. Уртаса уңдырышлылығы (ц/га): бесән — 87,5, орлоҡ — яҡынса 4; 100 кг йәшел масса составында 20,5 мал аҙығы берәмеге һәм 2,7 кг үҙләштерелеүсе протеин бар [“Карасов А.Д.” крәҫтиән (фермер) хужалығы, 2005—07]. БР б‑са ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, төньяҡ урман‑дала зонаһында һәм төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһында үҫтерелә.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова