ӘХМӘТЙӘНОВА Эльмира Хәмит ҡыҙы (29.8.1959, Өфө),терапевт, кардиолог. Мед. ф. д‑ры (2006), проф. (2009). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) 1986 й. тиклем Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1991 й. алып БДМУ‑ла, бер үк ваҡытта 1999—2000 йй. Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда. Фәнни эшмәкәрлеге йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы, бөйөр ауырыуҙарын һ.б. диагностикалау һәм дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Роль катехоламинов в патогенезе гипертрофической кардиомиопатии //Основные направления клинической кардиологии. Уфа, 2004; Суточное мониторирование артериального давления: значение метода в диагностике артериальных гипертензий различного генеза. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина