ӘХМӘТЙӘНОВА Нелли Васильевна (8.6.1946, Өфө), музыка белгесе‑фольклорсы, педагог‑методист, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт ғилеме канд. (1991), проф. (1999). БР‑ҙың (1993) һәм РФ‑тың (2005) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1982). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1973) ӨДСИ‑лә эшләй: 1991 й. алып башҡорт музыкаһы, 1996 й. — традицион муз. башҡарыу, 1997 й. — муз. фольклористика, 2007 й. — этномузыкология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1991—2011 йй. ғилми секретарь. Фәнни хеҙмәттәре башҡорт инструменталь халыҡ музыкаһы жанрҙарының үҙенсәлектәрен, башҡорт композиторҙары һәм йырсылары ижадын өйрәнеүгә арналған. 1970—90 йй. фольклор экспедицияларында Ә. тарафынан 2 меңгә яҡын башҡорт халыҡ көйө йыйып алына, 500‑ҙән ашыу көй нотаға һалына. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт, музыка уч‑щелары һәм вуздары өсөн башҡорт муз. фольклоры б‑са дәреслектәр һәм уҡытыу‑методик әсбаптар авторы.

Х е ҙ м.: Башкирская инструментальная музыка. Наследие. Уфа, 1996; Башкирская этномузыкология: в 2 ч. Уфа, 2008—2009; Музыковед Э.М.Давыдова (штрихи к творческому портрету). Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова