ЭНӘЛЕК, е ҙ ә й, э н ә д е (Crataegus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Американың һәм Евразияның уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ҡан‑ҡыҙыл Э. үҫә. 1—4 м бейеклектәге ағас, ботағы ҡуйы ҡыҙыл‑көрән төҫтә, ялтыр, тура һәм нәҙек (4 см тиклем) сәнскеләре бар. 200—300 йәшкә етә. Япрағы ябай, кире йомортҡа формаһында, өстән алып етегә тиклем айырсалы, ике яҡтан да төклө, осло бысҡы ситле; өҫтән ҡуйы йәшел, аҫтан асыҡ йәшел. Сәскәһе аҡ йәки алһыу, ҡуйы ҡалҡанса кеүек сәскәлектәргә йыйылған. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ваҡ алма, авг. өлгөрә; орлоҡтар, үрмә һабаҡтар һәм тамыр үренделәре м‑н үрсей. Йылға туғайҙарында, киң япраҡлы, һирәгерәк ҡарағай урмандарында үҫә; респ. бөтә терр‑яһында, йышыраҡ Башҡортостандың Урал алдында осрай. Емеше ашарға яраҡлы. Сәскәһе, емеше медицинала ҡулланыла. Баллы үҫемлек һәм декоратив үҫемлек. Үҫмә кәртәләр булдырыу өсөн һәм баҫыу һаҡлағыс урман һыҙаттарында файҙаланыла.

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова