БАШҠА МИЛЛӘТТӘР ӨСӨН МӘКТӘПТӘР, урыҫ һәм башҡа милләттәр өсөн башланғыс халыҡ училищелары, Рәсәйҙә урыҫ булмаған милләт балалары өсөн башланғыс дөйөм белем биреү учреждениелары. 1860-сы йй. алып хөкүмәт, Урыҫ православие сиркәүе йәки земстволар башланғысы м‑н христианлаштырыу һәм уҡытыу процесын урыҫлаштырыу аша урыҫ булмаған милләттәрҙе урыҫтар м‑н яҡынайтыу маҡсатында асыла. Б.м. ө.м. иҫәбенә ш. уҡ 19 б. аҙ. — 20 б. башында православиеға ҡарамаған халыҡтар араһында Изге Яҙманы (ҡара: Библия) таратыу маҡсатында асылған башҡа дин мәктәптәре инә. Н.И.Ильминский системаһына нигеҙләнгән “Рәсәйҙә йәшәгән башҡа милләттәрҙе уҡытыу саралары буйынса ҡағиҙәләр” гә (1870), “Башҡа милләттәр өсөн башланғыс училищелар тураһында ҡағиҙәләр” гә (1906, 1911, 1913) ярашлы эшләй. Эске эштәр министрлығы, 1874 й. алып Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була һәм уларға инспекторҙар етәкселек итә. Ҡаҙна, ауыл йәмғиәттәре, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотола һәм бөтә ҡатлам кешеләренә хеҙмәт итә. Уҡыу түләүһеҙ була. Айырым (ир һәм ҡыҙ балалар өсөн) һәм ҡатнаш Б.м.ө.м. эшләй. Бер класлы мәктәптәрҙә уҡыу — 2—4 йыл, ике класлыларҙа 4—6 йыл бара. Уҡыу программаһына урыҫ теле (һөйләшеү, уҡыу), матур яҙыу, туған тел, арифметика, дин ғилеме, йыр, а.х. б‑са практик дәрестәр, 2-се класта ш. уҡ урыҫ тарихы, тәбиғәт белеме м‑н география, һыҙым һәм геометрия нигеҙҙәре инә. Урыҫ булмаған милләттәрҙең туған телендә сыҡҡан уҡыу әҙәбиәте (кириллица нигеҙендәге) файҙаланыла. 1918 й. Б.м.ө.м. бөтөрөлә йәки берҙәм хеҙмәт мәктәптәренең төрлө типтарына үҙгәртелә (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре).

1870 й. ҡағиҙәләргә ярашлы, Өфө губернаһы һәм Ырымбур губернаһының урыҫ булмаған милләттәре христиандарға һәм мосолмандарға бүленә; мосолмандар өсөн мәктәптәрҙә — урыҫ телен өйрәтеүгә, христиандар һәм мәжүсиҙәрҙекендә дин уҡытыуға өҫтөнлөк бирелә. 1871 й. — Ҡазан, 1875 й. Ырымбур уҡыу‑уҡытыу округтарында татар, башҡ. һәм ҡаҙаҡ мәктәптәре инспекторы вазифаһы индерелә. Дөйөм ғәскәри бурыс т‑да закон (1874) ҡабул итеү мәктәптәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә, уға ярашлы, башланғыс уч‑ще (ш. иҫ. башҡа милләттәр өсөн) тамамлағандарға хеҙмәт ваҡыты ҡыҫҡартыла. Өфө губ. 1879 й. 39 Б.м.ө.м. (1116 уҡыусы, ш. иҫ. 58 ҡыҙ) иҫәпләнә, 1900 й. — 167, 1911 й. — 299, ш. иҫ. 6 башҡа дин мәктәбе; 1915 й. — 734, шуларҙың 36‑һында уҡытыу — туған телдә, 316‑һында — урыҫ телендә, 382‑һендә туған телдә һәм урыҫ телендә алып барыла. Урыҫ-башҡ. мәктәптәре (ҡара: Урыҫ-башҡорт халыҡ училищелары), нигеҙҙә, Бәләбәй (72 мәктәп), урыҫ‑татар — Минзәлә (73) һәм Бәләбәй (42), урыҫ-сыуаш — Бәләбәй (61) һәм Стәрлетамаҡ (34), урыҫ-мари — Бөрө (81), урыҫ‑мордва мәктәптәре Стәрлетамаҡ (25) һәм Бәләбәй (22) өйәҙҙәрендә була. Ырымбур губ. 1900 й. 28 Б.м.ө.м. эшләй. Б.м.ө.м. өсөн уҡытыусылар Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе, Өфө татар уҡытыусылар мәктәбе, Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, Ҡазан, Силәбе, Троицк, Ырымбур ҡҡ. уҡытыусылар семинариялары, Ырымбур ҡыҙҙар гимназияһы, Ырымбур уҡытыусылар ин‑ты, Уҡытыусылар институтында, ш. уҡ “Ғосмания”, “Ғәлиә”, “Рәсүлиә”, “Хөсәйениә” мәҙрәсәләрендә, төрлө курстарҙа әҙерләнә. Ырымбур уҡыу‑уҡытыу округындағы Б.м.ө.м. уҡытыусыларының яҡынса 50%‑ы башланғыс йәки өйҙә алынған белемгә эйә була (1911).

А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика