ӘХМӘТЙӘНОВА (Орфеева) Ләлә Ғабдуллаҡыҙы (24.3.1950,Өфө),йырсы (драматик сопрано). БАССР‑ҙың халыҡ артисы(1989). ӨДСИ‑не тамамлаған (1978; Н.И.Уткина класы). 1977—79 йй. һәм 1985—2013 йй. БДОБТ, 1979—85 йй.Воронеж опера һәм балет театры солисы; бер үк ва­ҡытта 1985—89 йй. ӨДСИ‑лә, 1997—2013 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта.

Киң диапазонлы көслө, матур тауышҡа эйә. Ә. сағыу драматизм м‑н айырылып торған образдар ижад итә. Төп партиялары: Наташа (“Һыу инәһе” — “Русалка”, А.С.Даргомыжский; дебют, 1978), Бесс (“Порги һәм Бесс” — “Порги и Бесс”, Дж.Гершвин), Аида (Дж. Вердиҙың ш. уҡ исемле операһы), Недда (“Мәҙәкселәр” — “Паяцы”, Р.Леонкавалло), Чио‑Чио‑сан (Дж.Пуччиниҙың ш. уҡ исемле операһы). З.Ғ.Исмәғилевтең“Үлемһеҙлек” (1977) һәм “Беҙ — еңеүселәр” (1985) ораторияларында, Л.З.Исмәғилеваның “Таҡташ‑симфо­ния” (“Такташ‑симфония”; 1980) әҫәрендә сопрано партияларын, С.Ә.Низаметдиновтың “Ҡаралама” (“Черновик”; 1986) вокаль циклын, А.Р. Сәлмәнованың “Рәми” вокаль‑симфоник поэмаһын (1994) тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында урыҫ һәм сит ил вокаль классикаһы, башҡорт һәм татар композиторҙарының романстары һәм йырҙары бар. Рәсәйҙең Ҙур театрында, Мариин театрында, Грузин опера һәм балет театрында йырлай. И.К.Архипова, М.Л.Биешу, СССР‑ҙың халыҡ артистары А.Ф.Ведерников, Я.А.Вощак, В.И.Пьявко һ.б. м‑н сығыш яһай. Рәсәй, Германия һәм Һиндостан буйлап гастролдәрҙә була.

Г.Л.Ғәлимова Тәрж. Г.Һ.Ризуанова