ӘХМӘТЙӘНОВА Лифа Мөхәмәтйән ҡыҙы [10.8.1932, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Ҡарасайылға а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 25.1.2001, Одесса ҡ.], педагог. Пед. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) Урал пед. уч‑щеһында эшләй, 1957 й. алып Урал пед. ин‑тында (икеһе лә — Ҡаҙағстан) уҡыта, 1978 й. — педагогика һәм психология каф. мөдире, 1989 й. башлап Көньяҡ Украина пед. ун‑тында (Одесса) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре педагог булыу теләген үҫтереү теорияһы һәм практикаһына, уҡытыусы шәхесен формалаштырыу проблемаларына арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Ориентация учащихся на педагогическую профессию. Алма‑Ата, 1989; Психолого‑педагогические основы формирования призвания к профессии учителя. Одесса, 1993; Акмеология педагогического призвания. СПб., 1998.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина