ӘХМӘТЙӘНОВА Зарема Әхәт ҡыҙы (28.5.1945, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ерекле а. – 9.10.1992, Өфө), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) Андижан һәм Өфө ҡҡ. төрлө учреждениеларында эшләй. 1983 й. алып БАССР Яҙыусылар союзының художестволы әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы, 1987–88 йй. “Башҡортостан ҡыҙы” ж., 1990–92 йй. “Аҡбуҙат” ж. хеҙм‑ре. Балалар өсөн яҙылған “Гөл­дәрем” исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1979 й. сыға. “Йәшел шыршы” (1983), “Йәйҙә ҡалайыҡ” (1986) шиғырҙар һәм“Сәңгелдәк” (1993) повестар йыйынтыҡтарының төп темаһы – тәбиғәткә һөйөү, илһөйәрлек, әхлаҡи ҡиммәттәр, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә ғаиләнең һәм әсәнең роле. “Кәкре күләгә” (1990) сатирик һәм юмористик хикәйәләр йыйынтығы авторы. Шаран р‑нының Шаран а. Ә. исеме м‑н урам аталған, тыуған ауылындағы мәктәптә уның исемендәге стипендия булдырылған, бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов