ӘХМӘТЙӘНОВ Яңыбай Шаһибал улы (20.2.1936, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Баттал а. — 25.9.2010, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың атҡ. механизаторы (1970). 1950 й. алып “Победа” к‑зында эшләй; 1957 й. башлап “Байрамғол” с‑зының механизацияланған звеноһында: тракторсы, 1966 й. алып бригадир; 1988—96 йй. Учалы р‑нының “Озёрный” с‑зында бригадир. Ә. звеноһы иген культураларының уңдырышлылығын 15 ц/га алып 24 ц/ га тиклем арттырыуға өлгәшкән (1966—70). БАССР ЮС‑ның 8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

И.Ғәримова

Тәрж. А.Н.Күсеев