ӘХМӘТЙӘНОВ Рәмил Мәсхүт улы (14.9.1937, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Борай а. — 30.6.2007, Өфө), тренер. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987), СССР‑ҙың спорт мастеры (1962). ӨАИ‑ны тамамлаған (1958). 1966 й. алып Өфөлә эшләй: “Ағиҙел” спорт клубы ДЮСШ, 1974 й. башлап “Хеҙмәт” ДСО‑һының Башҡорт өлкә советы ДЮСШ тренеры, 1978 й. алып ӨНИ‑лә уҡытҡан, 1984—85 йй. “Буревестник” ДСО‑һының Башҡорт өлкә советында өлкән тренер. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.Ә.Гәрәев, С.М.Никишин, ш. уҡ 25‑тән ашыу СССР спорт мастеры бар.

Тәрж. Г.А.Миһранова