ӘХМӘТЙӘНОВ Рифҡәт Ғәзизйән улы (10.7.1933, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Яңы Юрмаш а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Турбаҫлы а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1994). БДУ‑ны тамам­лаған (1962). 1963 й. алып ТР ФА‑ның Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тында эшләй; 1995 й. башлап Стәрлетамаҡ пед. ин‑тында, 1997—2010 йй. Бөрө соц.‑пед. акад. (2002 й. тиклем төрки һәм фин‑уғыр филологияһы каф. мөдире) уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре татар теле һәм сыуаш теленең сағыштырма тел ғилеме, этимологияһы, лексикографияһы проблемаларына; Урта Волга буйы һәм Урал буйы халыҡтарының мәҙәниәте, теле һәм фольклорының үҙ‑ара йоғонтоһона арналған. 3 томлы татар теленең аңлатмалы һүҙлеген (1977—1981), татар‑төрөк (1997) һәм төрөк‑татар (1998) һүҙлектәрен, татар теленең тарихи‑этимологик һүҙлеген (2001) төҙөүселәрҙең береһе. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Сравнительное исследование татарского и чувашского языков. М., 1978; Общая лексика материальной культуры народов Среднего Поволжья. М., 1989; Татар һәм башкорт телләренең чагыштырма‑тарихи фонетикасы. Бирск, 2003.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов