ӘХМӘТЙӘНОВ Ким Әбүзәр улы (5.2.1932, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а. — 9.11.1980, шунда уҡ), әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. Филол. ф. канд. (1960). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) шунда уҡ уҡыта. 1960 й. алып ТТӘИ‑лә, 1978 й. — БДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре әҙәбиәт тарихы, әҙәбиәт теорияһы, әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт ғилеме проблемалары м‑н бәйле. “Башҡорт поэмаһының композиция мәсьәләләре” (1962) монографияһы башҡорт шиғриәтендә әҙәбиәт ғилеме б‑са тәүге фәнни хеҙмәт булып тора. Ә. эштәрендә башҡорт ауыҙ‑тел ижадының боронғо замандарҙан алып 20 б. 70‑се йй. тиклемге үҫеш тарихы күрһәтелә, башҡорт шағирҙары М.Кәрим, Н.Нәжми, Ғ.Сәләм һ.б. ижадына анализ бирелә. “Әҙәбиәт теорияһы” (1971) фундаменталь хеҙмәтендә башҡорт әҙәбиәте материалында әҙәбиәт теорияһы мәсьәләләре ҡарала. “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихе” (1967) һәм “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (6 томда, 1990—1996) монографиялары, урта мәктәптәр өсөн башҡорт әҙәбиәте дәреслектәре авторҙарының береһе. “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге”н (1965) төҙөүсе. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1972). Ә. исеме м‑н тыуған ауылында, Сиҙәм ҡасабаһында, Асҡар а. урамдар аталған; 1992 й. Әбйәлил р‑ны хакимиәте тарафынан уның исемендәге премия булдырылған.

Х е ҙ м.: Поэтик образлылыҡ: теоретик нигеҙҙәр. 2 китапта. Өфө, 1979—1994; Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт. Өфө, 1982. Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Әҫәрҙәр. 3‑сө т. Яҙмышыма яҙғаны. Өфө, 2001.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов