ӘХМӘТЙӘНОВ Зәйнетдин Низаметдин улы [21.9.1897, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Яңғыҙҡайын а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) – 30.1.1990, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1930—41 йй. Ғафури р‑нының “Ҡыҙыл яр” к‑зында эшләй. 1943 й. алып Төньяҡ‑Көнбайыш, 1‑се Украина, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия танк армияһының 11‑се гвардия танк корпусы 134‑се айырым гвардия сапёрҙар батальоны сапёры гвардия ефрейторы Ә. 1944 й. 30 июлендә Сандомир ҡ. (Польша) көньяҡтараҡ Висла й. һул ярына десант сығарғанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) БАССР‑ҙың Ғафури р‑нындағы Ленин ис. к‑зда эшләй. 1960 й. алып Өфөлә йәшәй. Ленин (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Ғафури р‑нының Яңғыҙҡайын урта мәктәбендә Ә. музейы асылған. Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: М э р г э н К. Труд солдата //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин