ӘХМӘТЙӘНОВ Дмитрий Альберт улы (7.7.1975, Өфө), инженер‑механик. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2007), проф. (2012). А.М.Әхмәтйәновтың улы. ӨДАТУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ эшләй (2014 й. алып авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге авиация двигателдәрен һәм энергетика ҡулайламаларын проектлауға арналған. Ә. тарафынан газ турбиналы двигателдәрҙәге эш процестары тикшерелә; авиация двигателдәренең автоматлаштырылған проектлау системалары һәм авиация двигателдәрен, уларҙың узелдарын имитацион моделләштереү; һынауҙарҙы автоматлаштырыу ысулдары һәм саралары һ.б. эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт респ. йәштәр пр. лауреаты (2005).

Х е ҙ м.: Концепция инновационного развития технических вузов России, Уфа, 2009 (авторҙ.); Методы и средства для автоматизации отладки форсажных режимов при испытаниях ТРДДФ в серийном производстве. Уфа, 2013 (авторҙ.); Методология создания интегрированной информационной системы для автоматизации бизнес‑процессов имитационного моделирования, технической подготовки и оперативного управления авиационным и машиностроительным производством. Москва, 2015 (авторҙ.).

И.А.Кривошеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов