ӘХМӘТЙӘНОВ Альберт Мөхәмәт улы (18.2.1941, Өфө – 22.2.2001, шунда уҡ), инженер-­механик. Техник ф. д‑ры (1978), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1976—79 йй. авиация двигателдәре ф‑ты деканы, 1980 й. алып авиация двигателдәрен проектлау һәм һынау каф., 1983—2001 йй. авиация двигателдәре каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡатмарлы техник системаларҙағы термогазодинамик процестарҙың математик моделдәрен әҙерләүгә арналған. Ә. тарафынан традицион булмаған энергия үҙгәрткестәрен ҡулланыу нигеҙендә энергия һәм ресурстарҙы һаҡлаусы, экологик яҡтан таҙа технологияларҙы табыу һәм производствоға индереүҙең теоретик һәм ғәмәли мәсьәләләре комплекслы хәл ителгән. Ә. ҡатнашлығында газ турбиналы ҡулайлама эшләнгән. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (1999).

Х е ҙ м.: Диагностика состояния ВРД по термогазодинамическим параметрам. М., 1983 (авторҙ.); Принципы эквивалентности в технике и жизни. М., 1996 (авторҙ.); Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙ.).

Ә.С.Ғишваров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов