ӘХМӘТЗАРИПОВА Эльмира Нәзиф ҡыҙы (23.6.1960, Тажик ССР‑ы Чорух‑Дайрон ҡсб), йырсы (лирик сопрано), режиссёр. РФ‑тың атҡ. артисы (1996). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1982; А.Х.Шәйхелисламова класы), Рәсәй театр сәнғәте акад. (1994; Ю.А.Петров класы), Сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙм‑рҙәренең белемен күтәреү акад. (Мәскәү, 2011) тамамлаған. 1982 й. алып Ырымбур, 1986 й. – Иркутск муз. комедия театрҙары солисы, 1997 й. башлап (өҙөклөк м‑н) БДОБТ солисы, 2014 й. — реж., 2001—02 йй. Карелия Респ. (Петрозаводск) Музыка театры солисы, бер үк ваҡытта 2009 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта. Көмөштәй саф тембрлы көслө тауышҡа, сағыу артислыҡ һәләтенә эйә. Төп партиялары: Принцесса (“Бремен музыканттары” — “Бременские музыканты”, Г.И.Гладков; дебют, Ырымбур муз. комедия театры, 1982), Стасси (“Сильва”, И.Кальман), Норина (“Дон Паскуале”, Г.Доницетти), Адель (“Ярғанат”—“Летучая мышь”,И.Штраус), Натурщица һәм Муза (“Меmеntо”, С.Ә.Низаметди­нов), Мюзетта (“Богема”, Дж.Пуччини) һ.б. “Аспендос“ театрында йырлай (Анталия ҡ., Төркиә). РФ‑тың халыҡ артистары Е.К.Волошина, Н.И.Хохолков м‑н сығыш яһай. СССР, Таиланд, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. Опера һәм балет театры сәхнәһендә балалар өсөн В.Л.Улановскийҙың “Алтын себеш” (“Золотой цыплёнок”; 2008), Б.И.Савельевтың “Бесәй Леопольдтың тыуған көнө” (“День рождения кота Леопольда”; 2009), А.Э.Спада­веккианың “Гәлсәр башмаҡтар, йәки Золушка тураһында әкиәт” (“Хрустальная туфелька, или Сказка о Золушке”; 2011), Ж.Бизе, Б.Бриттен, Пуччини һәм П.И.Чайковский музыкаһына “Операны бергә ижад итәйек!” (“Сделаем оперу вместе!”; 2014) спектаклдәрен ҡуя.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова