ӘХМӘТДИНОВА Юлиә Риф ҡыҙы (30.3.1979, Өфө), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999). 20‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры И.С.Романов). Күреү б‑са инвалидтар араһында 4х100 һәм 4х400 м эстафетала донъя чемп. (2 тапҡыр, 2003), 400, 800 һәм 1500 м йүгереүҙә донъя (1998) һәм Европа (2001) чемпионаттарының көмөш призёры, Европа чемпионаттарының бронза призёры (1999, 2001), Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призёры (1996—2012). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000).

Тәрж. Г.А.Миһранова