ӘХМӘТҒӘЛИН Хәкимйән Рәхимйән улы [15.6.1923 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 10.5.1924), БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Сәфәр а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 19.7.1944, Латвия ССР‑ының Рундены ҡсб янында, Сунуплява а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Калинин, Балтик буйы һәм 2‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө удар армияның 219‑сы уҡсылар див. 375‑се уҡсылар полкы уҡсылар взводы ком. ярҙамсыһы өлкән сержант Ә. 1944 й. 19 июлендә Рундены ҡасабаһы тирәһендә барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Учалы ҡ. һәм Учалы р‑нында урамдар аталған, Сәфәр а. уға бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Насиров Р. Ҡылыс ҡында килешә. Өфө, 2000; Хмелидзе Ш. Имена, высеченные на камне //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

Р.Х.Насиров

Тәрж. М.Х.Хужин