ӘХМӘТ‑ГӘРӘЙ, хан. Сыңғыҙхан нәҫеленән. Башҡорт риүәйәттәренә ярашлы, Аҡназар улы. В.В.Трепавлов фекере б‑са, Ә.‑Г. — Шәйбәни нәҫеленән, Себер ханы Күсемдең ағаһы. 1546 й.—1558 й. тирәһендә Нуғай Урҙаһының Башҡортостандағы наместнигы, Ә.‑Г. йортона үҙәк Башҡортостан терр‑яһы ингән. Һуңынан Кубань й. буйына күсеп киткән. Әҙәб.: Т р е п а в л о в В.В. Ногаи в Башкирии, XV—XVII вв. Княжеские роды ногайского происхождения. Уфа, 1997; Р ы ч к о в П.И. История Оренбургская по учреждении Оренбургской губернии. Уфа, 2001.

С.И.Хәмиҙуллин

Тәрж. М.Х.Хужин